Рекламный баннер 990x90px bantop

Сибайҙа мәҙәни мөхит ҡайнай

03:43 24.07.2024 16+
Сибайҙа мәҙәни мөхит ҡайнай

Сибай ҡалаһында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры, Сибай концерт-театр берекмәһе, Сибай сәнғәт колледжы һәм Өфө урта махсус музыка колледжының Сибай филиалы-республика ҡарамағында. Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге, ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре (уға 10 филиал инә, шуларҙың 6-һы-моделле китапхана), тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, балаларҙың сәнғәт, һынлы сәнғәт, музыка мәктәптәре, мәҙәниәт һәм ял паркы эшләй.

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостандағы Сибай ҡалаһы ойошмаһы менән берлектә әҙерләнгән «Донъяға тәҙрә» социаль проекты Президент гранттары Фонды иғлан иткән конкурста еңеүсе булды. Сибай үҙәкләштерелгән китапхана системаһының 5-се китапхана-филиалында күреү һәләте насар булған 15 кеше Брайль системаһы буйынса уҡырға һәм яҙырға өйрәнде. Проект нигеҙендә уҡытыу өсөн кәрәкле әйберҙәр: Брайль буйлап әлифба-ҡапсыҡ, Брайль яҙыу приборы, грифель, дәфтәрҙәр һатып алынды.

Рәсәй Федерацияһы Президенты грантының «Мәҙәни код» йүнәлешендә «Барыһы ла һинең ҡулда» проекты менән еңеү яулап Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбе беренсе бушлай балсыҡтан әүәләү оҫтаханаһын булдырҙы.

2023 йылда Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы нигеҙендә, «Башланғыс» гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы менән берлектә әҙерләнгән «БиблиоТирмә» проекты Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яуланы. Башҡорт халҡының йолаларын, көнкүрешен һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән проект унышлы ғәмәлгә ашырылды. Китапханалағы «Сәсән тирмәһе» мөйөшө «БиблиоТирмә» экспозицияһына реконструкцияланды.

Сибай ҡалаһынын тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы конкурсында еңеп 500 меңгә яҡын суммаға ҡорамалдар һатып алды.

«Пушкин картаһы» федераль проектына Сибайҙың 9 мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы ҡушылды.

Моделле үҫмерҙәр китапханаһының хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәге Сибай коррекция мәктәбе менән берлектә ойошторған сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн «Китапхана ирекмәне» проекты эш башланы һәм ул әле лә дауам итәсәк.

Белем биреү учреждениеларын террорға ҡаршы һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү маҡсатында Балалар музыка мәктәбе биләмәһе уратып алынды.

Сибай ҡалаға ғына хас, үҙенсәлекле саралар, конкурс-бәйгеләр үҙғарыла. Шуларҙың береһе "Ирәндек моңдары" төбәк -ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы. Был конкурс йыр сәнғәтендә әллә күпме яңы исемдәр асты, күпме йырсыларға сәнғәт юлынан китергә оло этәргес булды.

Республикала тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге берҙән-бер музей баҫмаһы «Сибай музейының тыуған яҡты өйрәнеү яҙмалары» йыйынтығының 9-сы сығарылышы донъя күрҙе. Сибай музейы Рәсәйҙең этнография музейҙары ассоциацияһына инде. Уникаль һәм ҡыҙыҡлы контентлы берләшмә булдырған өсөн «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Прометей» ут билдәһе алды.

Һуңғы йылдарҙа ижади коллективтарҙан, өҫтәмә белем биреү мәктәптәренән меңдәрсә бала һәм өлкәндәр төрлө кимәлдәге 200 -ҙән ашыу конкурста үҙ көстәрен һынап ҡараны. Күбеһе призлы урындар яуланы.

Сибай ҡалаһында йәмғеһе 450-нән ашыу кеше мәҙәниәтте, сәнғәтте үҫтереүгә үҙ көсөн һала. Унышлы эшләп килгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡала хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан юғары билдәләнә, Рәсәй Федерацияһынын, Башҡортостан Республикаһынын маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булыусылар һаны йылдан-йыл арта, улар араһында махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугир- артистарҙың булыуы икеләтә ҡыуаныслы.

496

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ