Рекламный баннер 990x90px bantop

#Ғаилә_йылы_Год_Семьи_России

09:13 17.12.2024 16+


Ғаиләм — ҡәлғәм, тиҙәр, халыҡта, ул йылы усаҡ. Ғаиләле кеше үҙен ышаныслы тота, бала ла ата-әсәһе янында бәхетле үҫә. Уның усағын һүндермәй, йортҡа ҡот өҫтәп йәшәү — һәр кемдең изге бурысы. Матур, татыу ғаилә — ил күрке. Ул ни тиклем берҙәм булһа, йылылығы шул тиклем көслөрәк, дәүләтебеҙ ҙә ныҡлы була.

12 декабрь “Ҡурай” балалар баҡсаһында “Ғаилә йылы” сиктәрендә “Матур ғаилә — ил күрке” тип аталған мәртәбәле сара ойошторолдо. Фестивалдә баҡсабыҙҙың һәләтле, иң әүҙем, тырыш, уңған, тормоштан йәм тәм табып йәшәгән, береһенән-береһе матур ҡыҙҙар, батыр улдар тәрбиәләгән, башҡаларға үрнәк булырлыҡ ғаиләләр ҡатнашты. Ғаилә йылыһына сорналған был йәнле сарала ете ғаилә ҡатнашты һәм

һәр бер ҡатнашҡан һәр ғаилә тамашаға ныҡлы әҙерлек менән килгән. Визитка турында ғаиләләр һәр береһе үҙҙәренең ғаилә традициялары, бәхет сере менән ижади ҡараштарынан, фантазияларынан сығып, бик йәнле итеп таныштырҙы.

Икенсе турҙа иһә ғаиләләр балалары менән ижади һәләттәрен күрһәтте: кемдер - йырланы, кемдер - шиғыр һөйләне, кемдер балалары менән бергәләп бейене. Ҡыҫҡаһы, һәр ғаилә йондоҙҙай балҡыны!

Шулай уҡ “Халыҡ әйтһә-хаҡ әйтә”, “Байрамға әҙерләнгәндә”, “Ғаиләбеҙҙәң гербы” конкурстарында көс һынаштылар. Ярыштарҙа сәм тойғоһо, еңеүгә ынтылыш менән бергә дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү мөхите урынлашты.

Фестиваль балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәренең сығыштары менән сорналып барҙы.

Һөҙөмтәлә, “Ижади ғаилә” номинацияһы Харисовтарға, “Һөнәрле ғаилә” — Кильмухаметовтарға, “Милли традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә” — Ибраһимовтарға, “Рухлы ғаилә” — Хәсәновтарға, “Татыу ғаилә”- Моратовтарға, “Һәләтле ғаилә” – Шәриповтарға һәм “Креатив ғаилә”- Бикметовтарға бирелде. Сара аҙағында бар ҡатнашыусыларҙы һәм байрамға килеүселәрҙе балалар баҡсаһы мөдире Алсу Фәнил ҡыҙы Арғымбаева ҡайнар сәләмләп, иң изге теләктәрән һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә үҙҙәренең тырышлығы һәм һәләттәре өсөн дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

17441

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ