Рекламный баннер 990x90px bantop

#Памяти_Муртазы_Губайдулловича_Рахимова

19:36 09.02.2024 16+


7 февраль "Ҡурай" балалар баҡсаһында республикабыҙҙың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған тематик дәрестәр үткәрелде.

М.Ғ.Рәхимовтың эшләү дәүерендә Башҡортостаныбыҙ гөрләп сәскә атыуы, күпләп мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлөүе, ауылдарҙы зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителеүе, баш ҡалабыҙҙа "Өфө -Арена" спорт комплексы, "Аҡбуҙат"ипподромы, "Динамо"-футбол стадионы, халыҡ-ара саралар өсөн Конгресс-холл асылыуы тураһында әңгәмә үткәрелде. Балалар президенттың биографияһы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән видео аша таныштылар.

Талапсан, ғәҙел, хәстәрлекле шул уҡ ваҡытта ябай етәксе булды Мортаза Ғөбәйҙулла улы. Мәңге хәтерҙә һаҡланыр президентыбыҙ.

1816

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ