Рекламный баннер 990x90px bantop

#Ҡурай_балалар_баҡсаһы

19:41 14.02.2024 16+


2024 йыл Рәсәйҙә "Ғаилә йылы" тип иғлан ителде. Был иһә ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә институтын нығытыуға һәм уның йәмғиәттәге әһәмиәтен күтәреүгә айырыуса иғтибар бүленә тигән һүҙ.

Беҙ ҙә, “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиселәре балаларҙы һәр яҡлап үҫтерер өсөн ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Ғаилә эсендәге мөнәсәббәттәр йылы булһа, баланың да үҫеше тик ыңғай яҡҡа барасаҡ. 1 февраль көнө беҙҙең “Ҡурай” төркөмөндә ата-әсәләр йыйылышы ғаилә ҡиммәтәре тураһында әңгәмә менән башланып китте. Артабан йыйылыш “Квест-уйын” формаһында уҙғарылды. Ата-әсәләргә уйын барышында белем биреү өлкәләре буйлап сәйәхәткә сығырға тәҡдим иттек, был ата-әсәйҙәргә балаларының балалар баҡсаһында белем биреү эшмәкәрлеген тойорға мөмкинлек бирҙе. Уйын бик күңелле, ҡыҙыу барҙы. Ата-әсәйҙәр ихлас күңелдән һәр һынауҙарҙы лайыҡлы үтәнеләр. Тасуири шиғыр һөйләнеләр, конструкторҙан ҡарышлауыҡ төҙөнөләр, ҡырҡылған өлөштәрҙе йыйып, килеп сыҡҡан һүрәткә исем ҡуштылар, әкиәттәр ҙә ҡуйҙылар, шулай уҡ, ярыш араһында ял минуты лә үткәрелде. “Етеҙҙәр” һәм “Йылмайликтар” командалары икеһе лә дуҫлыҡ менән еңеү яуланылар.

Ата-әсәләрҙе уйындан һуң урта төркөм балаларының мониторинг йомғаҡтары менән таныштырып, үҙебеҙгә киләсәккә балаларҙың белемдәрен бергәләшеп тағы ла үҫтерергә тигән маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Шулай уҡ, терроризм хаҡында буклеттар таратып бирелде.

2060

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ