Рекламный баннер 990x90px bantop
#Ватандыһаҡлаусыларкөнө
19:59 21.02.2024 16+
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы уртансылар төркөмдәрендә “Ватанды һаҡлаусылар” көнөнә арналған байрам иртәлеге ойошторолдо(Педагогтар: Ҡунаҡбаева Г.Р.,Хасанова Ә.Ш.,Абдуллина Р.Й.,Сабитова Э.М.) Әлбиттә сараға байрамдың төп хужалары - атайҙар саҡырылды. Иртәлек хәрби-патриотик йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар һәм күңелле уйындар менән оҙатылып барҙы. Байрам бик күңелле һәм фәһемле үтте. Патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар йүнәлтелде.
Хөрмәтле ир –егеттәребеҙ! Һеҙҙе матур байрам - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ғаилә бәхете, ырыҫлы тормош теләйбеҙ. Һеҙҙең менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, эскерһеҙ , ярҙамсыл һәм ғәҙел булыуығыҙ өсөн ихтирам итәбеҙ.Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын.
Оставить сообщение: