Рекламный баннер 990x90px bantop
#23февраль
19:59 21.02.2024 16+
Егерме өсөнсө февраль
Атайҙарҙың байрамы!
Аҡыллы, көслө, ғәҙел,
Унан шәп кеше бармы?
23 февралдә бөтә илебеҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы "Алтын тирмә" төркөмө "Беҙ, буласаҡ һалдаттар! " тип аталған ярыш- эстафетаһы үткәрелде. Атайҙарға, Ватан һаҡсыларына арналған шиғырҙар һөйләп, хәрби-патриотик йырҙар йырлап күңел асты кескәйҙәр, хәрби уйындар ҙа ойошторолдо.
Кескәйҙәр үҙ ҡулдары менән атайҙарға байрамға открыткалар эшләнеләр.
Балаларға патриотик тәрбиә биреүҙә был байрамдың әһәмиәте бик ҙур.
Оставить сообщение: