Рекламный баннер 990x90px bantop
#23февраль
20:03 22.02.2024 16+
Бала матур төштәр күрһен өсөн
Булһын өсөн бала бәхетле
Тыныс булһын ине был донъялар
Ил сиктәре булһын ныҡ бикле.
Мәктәптәрҙә белем алыр өсөн,
Яулар өсөн яңы үрҙәрҙе
Рәхмәт әйтеп беҙ ҙурларға тейеш
Ил сиктәрен һаҡлар ирҙәрҙе!
23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Ул беҙҙең тыуған илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлаусы , һәр саҡ уяу, ил һағында тороусо батыр ир - егеттәребеҙгә арнала.
Байрам уңайынан Алтынай балалар баҡсаһының "Алтынсәс" төркөмөндә "Атайым - ил һаҡсыһы" исемле ярыш - эстафета булып үтте. Балалар хәрби -патриотик шиғырҙар һөйләп, йырлап, уйнап күңел астылар. Атайҙарыбыҙға үҙ ҡулдарыбыҙ менән бүләктәр эшләп тә ҡотланыҡ.
Ер йөҙөндәге һәр ғаиләлә йылылыҡ, тыныслыҡ булһа ине, атайҙарыбыҙға, ағайҙарыбыҙға, олатайҙарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ.
Оставить сообщение: