Рекламный баннер 990x90px bantop
#международныйденьродногоязыка
20:14 27.02.2024 16+
21 февраль Өфө фән һәм технологиялар университетында халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап "РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ СУБЪЕКТТАРЫНЫҢ ПОЛИЛИНГВАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ АРАУЫҒЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ" исемле IX Халыҡ-ара фәнни-методик конференция ойошторолдо. Шулай уҡ "ҮҘ-АРА БӘЙЛӘНЕШТЕҢ ИНТЕРАКТИВ ФОРМАЛАРЫ АША
ПОЛИЛИНГВАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ ТӘРБИӘЛӘНЕҮСЕЛӘРЕ ҺӘМ УҠЫУСЫЛАРЫНЫҢ ФУНКЦИОНАЛЬ ГРАМОТАЛЫЛЫҒЫН ФОРМАЛАШТЫРЫУ" темаһына методик сара үтте. Был конференция 3 йыл рәттән бик бай, файҙалы, фәһемле кимәлдә үтә. Ә быйыл иһә миңә лә был конференцияла ҡатнашыу һәм "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың танып-белеү эшмәкәрлегендә инновацион технологиялар" темаһына сығыш яһау бәхете тейҙе. Был семинарҙы ойоштороусы һәм үткәреүселәргә Филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙына һәм филология фәндәр кандидаты Саньярова Рәмилә Рәмил ҡыҙына ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Оставить сообщение: