Рекламный баннер 990x90px bantop

#Роднойязык2024

20:14 27.02.2024 16+


21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө республикала киң билдәләнә. Туған теленә битараф булмаған һәр кем был көндө көтөп ала. Өфө фән һәм технологиялар университетында үткән М.Х.Әхтәмовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ СУБЪЕКТТАРЫНЫҢ ПОЛИЛИНГВАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ АРАУЫҒЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ исемле IX Халыҡ-ара фәнни методик конференцияһында республиканың һәр районынан һәм ҡалаһынан килгән педагогтар, мәртәбәле ҡунаҡтар булыуы быға асыҡ миҫал. Сарала Республиканың Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ғәлиева Әлфиә Закир ҡыҙы, филология фәндәре докторы, профессор Абдуллина Гөлфиә Риф ҡыҙы, филология фәндәре докторы, профессор Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы һәм «Йыл педагогы» конкурстары лауреаттарының йөкмәткеле, фәһемле сығыштарын күреү бәхете тейҙе. Конференцияның төп өлөшөндә

мин «Хәреф китабы» аша һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙың рус, башҡорт телендә өн анализы һәм фонематик иишетеү һәләтен формалаштырыу» исемле проект эше менән сығыш яһаным. Эш тәжрибәмә юғары баһа биреүсе белгестәр иңдәремә ҡанат ҡуйһа, тәҡдимдәре яңы үҫешкә ынтылыш бирҙе. Конференция һуңында балалар баҡсалары, мәктәп уҡытыусылары секцияларға бүленеп семинарҙа яңы методик алымдарғалымдар менән таныштылар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаранылар. Юғары кимәлдә үткәрелгән, бай йөкмәткеле конференцияларҙа ҡатнашыу һәр педагог өсөн үҫеш нөктәһе булып тора.

1564

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ