Рекламный баннер 990x90px bantop

Ғаилә ул- тормоштоң нигеҙе. Әсәй, атай уның тотҡаһы булһа, балалар ғаиләнең көҙгөһө. Ғаилә йәме- балала, шуға ла һәр ғаилә балалар тәрбиәләп үҫтерергә

20:41 09.03.2024 16+
Ғаилә ул- тормоштоң нигеҙе. Әсәй, атай уның тотҡаһы булһа, балалар ғаиләнең көҙгөһө. Ғаилә йәме- балала, шуға ла һәр ғаилә балалар тәрбиәләп үҫтерергә, нәҫелен дауам итергә бурыслы.

"Күбәләктәр" төркөмөндә ата-әсәләр, балалар ҡатнашлығында "Беҙҙең ғаилә- татыу ғаилә" тип аталған сара үтте. Ата-әсәләр һәм балалар төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты. Балалар матур шиғырҙар, күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр бейеп ата-әсәләргә үҙҙәре эшләгән бүләктәрен тапшырҙылар. Ғаилә байрамы һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Беҙҙең был сара Рәсәйҙә иғлан ителгән “Бөтә ғаилә менән” проекты (российский семейный проект "Всей семьей") тарафынан үткәрелде. Был турала тәрбиәсе һөйләп аңлатты һәм әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.



2138

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ