Рекламный баннер 990x90px bantop

#Һаумыһаумыәкиәт

23:34 20.03.2024 16+


20 март көнө "Сулпылар" балалар баҡсаһында әкиәт һөйләүселәр араһында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының локаль этабы үтте.

Баланың тәүге фәне – әкиәт. Әкиәт – тәүге тәрбиәсе. ,,Ул балаға иң аңлайышлы донъя”,- тип әйткән халыҡ шағиры Рәми Ғарипов. Әкиәт һөйләү балаларҙы изгелеккә һәм ғәҙеллеккә өйрәтә, балала үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләнә, ябай ғына формала тирә-яҡ донъяны тойоп-белергә ярҙам итә. Конкурста төрлө йәштәге тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты.

Жюри ағзалары тарафынан еңеүселәр билдәләнде:

1 урын

- Йыһаншина Сәбинә ( Сафина Э.Ғ.);

- Дәүләтова Азалина

(Абдулғафарова Л.Ш.);

2 урын Мәхмүтова Элина (Керимова Г.Н.).

Гөлназ Харисова (Хөсәинова С.В.) маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Шулай уҡ,

Байрамғолов Батырхан, Моҫтаева Камила "Төлкө менән торна", Алламоратов Саид, Назарова Әминә, Мөхәмәтйәнов Баязит "Бесәй балаһы менән Петрик сыскан" әкиәттәрен сәхнәләштерҙеләр. Байрам бик фәһемле һәм ҡыҙыҡ үтте.

1688

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ