Рекламный баннер 990x90px bantop
#Ҡурай_балалар_баҡсаһы
23:44 22.03.2024 16+
Йәш быуында башҡорт халҡынының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү, йәш әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү маҡсатында "Ҡурай" балалар баҡсаһында әкиәт һөйләү маһирлығы буйынса “Һаумы, һаумы, әкиәт!” донъя әкиәттәрен туған телдә һөйләүселәр конкурсы уҙғарылды . Бәйге шарттарына ярашлы тәрбиәләнеүселәр әкиәт һөйләү оҫталығында көс һынашты. Балалар өсөн юғары кимәлдә матур тамаша, ҙур байрам ойошторолдо Һәм жюри ағзалары тарафынан һөҙөмтәләр баһаланды. Сарала ҡатнашыусы йәш әкиәтселәребеҙгә дипломдар һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды, еңеүселәр ҡала кимәлендә көс һынашасаҡ.
Балаларҙы рухи яҡтан үҫтереүсе, маҡсатлы итеүсе, хыялдарына ҡанат ҡуйыусы ошондай матур бәйгеләр йышыраҡ булһын, беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙҙе артабан да ҡыуандырһын!
Оставить сообщение: