Рекламный баннер 990x90px bantop
#Сибай
23:44 22.03.2024 16+






2024 йылдың 16 мартында Сибай ҡалаһының "Киң Масленица" исемле ҡала байрамы үтте. Балалар һәм өлкәндәр ҡышты оҙатып, яҙҙы күңелле ҡаршыланылар. "Сулпылар" балалар баҡсаһы коллективы ла, ситтә ҡалманы. Өҫтәлдә төрлө-төрлө тәмле ҡоймаҡтар менән тулып торҙо. Коллективтың үҙ ҡулдары менән эшләгән "Сударыня Масленица(Ҡоймаҡбикә Ханым)" ҡояш нурҙары кеүек, йылмайып байрамды биҙәне. Шулай уҡ мөләйем "Яҙһылыу" үҙенең гүзәллеген, яҙ йылыһын бүләк итте.
Масленица - күңел асыу ғына түгел, ул мәҙәни мираҫтың бер өлөшө һәм традицияларҙы һөйөү, быуындан-быуынға тапшырыла. Байрам күңелле уйын, йырҙар менән оҙатылып барҙы.
Оставить сообщение: