Рекламный баннер 990x90px bantop
#Сибай
23:53 22.03.2024 16+
- душа народа
- халыҡ күңеле
Бөгөн, 22 март Сибай ҡалһында " Бейеү — халыҡ күңеле» исемле зональ фестиваль-конкурсы үтте.
Бәйгене үткәреүселәр Сибай ҡалаһы ҡала округының өҫтәмә белем биреү Муниципаль бюджет учреждениеһы "Балалар сәнғәт мәктәбе".
Конкурс үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһо, тыуған илгә һөйөү, үҙ иле өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләү, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары хаҡында халыҡ хәтерен һаҡлау, шулай уҡ бейеү ижады өлкәһендә һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында өсөнсө йыл үткәрелә.
Был конкурста беҙҙең бәләкәс дуҫтарыбыҙ, "Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашып, "Аҡбуҙат" төркөмө һылыуҙары "Шаян ҡыҙҙар " бейеүе менән 2 урын һәм Дәүләтова Азалина "Ҡояшҡай" төркөмө ҡыҙы, "Күбәләк" исемле бейеү менән шулай уҡ 2 урынға лайыҡ булды.
Әйе, бейеү – ул тормоштоң үҙе, энергия, ирек, ынтылыш. Сәнғәткә, бейеүгә һөйөү бәләкәйҙән һалына. Афарин ҡыҙҙар!!! Алда һеҙгә тағы ла, яңы үрҙәр яуларға.
Оставить сообщение: