Рекламный баннер 990x90px bantop
#Халыҡаратеатркөнө
00:07 29.03.2024 16+
27март– Халыҡ-ара театр көнө. Был дата 1961 йылдан билдәләнә. Халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу өсөн Халыҡ-ара театр эшмәкәрҙәре конгресында 27 март Театр көнө тип иғлан ителә.
Театр – ул тамаша ғына түгел, ә беҙҙең тормошобоҙ ҙа. Ул балаларҙың әхлаҡи, эстетик һәм патриотик яҡтан тәрбиәләй. Шуның өсөн дә "Ҡурай" балалар баҡсаһының "Бөркөт" уртансылар төркөмө "Ҡуян,төлкө һәм әтәс "башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙеләр. Бик матур бейеүҙәр һәм йырҙар менән дә әкиәтте биҙәнеләр. Уларҙың ролдәрҙе оҫта башҡарыуы шаҡ ҡатырҙы. Кескәй төркөм тәрбиәләнеүселәре, уларҙың тәүге тамашасылары булдылар. Әкиәтте бик яратып ҡаранылар. Әкиәтте сәхнәләштереүҙә музыка етәксеһе Рәсүлева Ләйсән Нуриман ҡыҙы һәм тәрбиәселәр Рәсүлева Зимфира Вәкил ҡыҙы менән Ишбулатова Гөлфинә Вәхит ҡыҙы әҙерләнеләр.
Оставить сообщение: