Рекламный баннер 990x90px bantop

Һәр бала талантлы

00:17 30.03.2024 16+
Һәр бала талантлы

Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе - ул күңел торошо. Ул балаларға йөрәк йылыһын бүләк итә. Ул әсәйҙән һуң балаларҙың тормош юлында осраған беренсе кеше. Был һөнәрҙең иң мөһиме – балаларҙы яратыу, балаларға үҙ йөрәгеңде биреү.

Тәрбиәсе булыу бер , ә баланың талантын күреү һәм уны асыу иң мөһим бурыс тиерлек. Беҙҙең остазыбыҙ - Гульсасак Урмантаева-Байракаева ҡала кимәлендә "Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсында әҙерләүҙә күп көс һалды. Уның уртаҡлашҡан тәжрибәһе -баһалап бөткөһөҙ.

Бөгөн 29март "Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсы буйынса йомғаҡлау сараһы үтте. Беҙҙең осраҡта икенсе урын-ул беҙ яулаған иң юғары награда.

Һеҙгә, Гөлсәсәк Бикйән ҡыҙы, ихлас күңелдән рәхмәтемде белдерәм. һеҙҙең педагогик эшмәкәрлегегеҙҙә үҫеш өсөн һәләтле балалар күберәк булһын!



1200

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ