Рекламный баннер 990x90px bantop
#Алтынай_балалар_баҡсаһы
00:33 05.04.2024 16+
Балалар хәүефһеҙлеге – ололар намыҫында

Үкенескә ҡаршы, ата-әсәләр балаларына ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтергә ваҡыт тапмай. Шырпы менән нисек ҡулланырға, янғын сыҡһа, нимә эшләргә, кешеләргә йәки үҙеңә беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә – быларҙың барыһы тураһында өйҙә һөйләшеү алып барылырға тейеш, сөнки беҙҙең һаҡһыҙлыҡтан, ҡурҡыныс һөҙөмтә килеп сығыуы мөмкин.
Һәр өйҙә балаларға күренгән урында ашығыс хеҙмәт телефондары яҙылған иҫкәрмә эленеп тороуы һәйбәт. Улар күрһәтелгән һандарҙы йыйып, белгес кәңәштәре ярҙамында артабан нимә эшләргә кәрәклеген беләсәк.
Баланы хәүефһеҙлеккә өйрәтеү бик ҡатмарлы бурыс булһа ла, быны бәләкәйҙән үк башларға кәрәк.
Балаларҙың хәүефһеҙлеге беҙҙең ҡулда!
Оставить сообщение: