Рекламный баннер 990x90px bantop
#КосмонавтарКөнө
01:00 13.04.2024 16+
Йыһан серле донъя, ә космонавтар
Космостың серҙәрен асыусы дуҫтар
Йыһан карабы Ер шарын урай
Бар ғаләмгә илемде данлай!
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар, өлкәндәр, мәктәпкә әҙерлек һәм телмәр төҙәтеү төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре менән берлектә педагогтар ( Ташбулатова Ә. Ә., Кунсбаева Л. Х., Ҡунаҡбаева Г. Р.) Космонавтика көнөнә арналған күңел асыу саралары үткәрҙеләр. Тылсымлы экран аша космос тураһындағы белемдәрен арттырһалар, ә инде бына төрлө уйындар, йыр-бейеүҙәр, йомаҡтар аша кескәйҙәр Йыһан серҙәрен астылар.
Оставить сообщение: