Рекламный баннер 990x90px bantop
#Милликейемкөнө
01:25 23.04.2024 16+
" Алтынай"балалар баҡсаһының кескәйҙәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре иртәнге зарядканы милли рухта башлап ебәрҙе, артабан милли кейемдәр тураһында әңгәмәләр уҙғарылды, балалар башҡорт халҡының милли кейеменең биҙәктәре менән яҡындараҡ танышыуҙы дауам итте. Ҡорама йәбештереү эшмәкәрлегендә башҡорт халҡының - селтәр эшләп йәбештерҙеләр.
Милли кейем - ул халыҡтың күңел торошо, бай тарихы һәм мәҙәниәте. Быуындан- быуынға күсеп килгән ҡомартҡы, тип әйтһәк, һис тә хаталанмаҫбыҙ, шуға күрә уны һаклау, алдағы быуындарға еткереү мөһим.
Оставить сообщение: