Рекламный баннер 990x90px bantop

#ЙырАлыш

02:51 16.05.2024 16+


"Тиҫтер" йәштәр һәм үҫмерҙәр клубында "ЙырАлыш" музыкаль уйынында "Ҡурай" балалар баҡсаһының педагогтары ҡатнашты.

Уйынды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Хәлил Юлай улы Рәхмәтуллин тәбрикләне. Сараны Сибай ҡоролтайының йәштәр комиссияһы рәйесе Фәрүәз Рафиҡов алып барҙы.

Музыкаль уйында катнашыусылар башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен, ретро, хәҙерге заман, башҡорт рок һәм рэп музыкаһы көйҙәрен танып, атамаһын һәм башҡарыусыһын әйтергә тейеш ине.

Уйын бик ҡыҙыу, ялҡынлы һәм күңелле барҙы. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, ҡатнашҡан педагогтарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбез һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

1874

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ