Рекламный баннер 990x90px bantop
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
03:05 25.05.2024 16+
Алтынай балалар баҡсаһында мәктәпкәсә әҙерлек төркөм балалары менән «Хәтер баҡсаһы»акцияһы үтте. Был акцияға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы тәрбиәләнеүсебеҙҙең атайы Моратов Артур Рафил улы саҡырылды. Баҡсаға һәләк булған ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә миләш ағастары ултыртылды. Ағастар һәр ваҡыт ерҙә йәшәүҙең дауам итеү символы тип һаналған. Һәр ултыртылған ағас - буласаҡ сәскә атҡан баҡса. "Хәтер баҡсаһы" - ул акция ғына түгел, ул һалдаттарҙың батырлығын, ил тарихын һәм һәр ғаиләнең тарихын һаҡларға тейешле яңы традицияның башы. Ағас - ул иҫ киткес символ, сөнки уның тамырҙары, олоно, япраҡтары бар. Тамырҙар - ул бөгөн беҙ нимә эшләйбеҙ, ә был баҡсала, был ағастарҙа тыуған япраҡтар ул беҙҙең киләсәгебеҙ, йәғни хәтер ейәндәре. Баҡсабыҙҙың тәрбиләнеүселәре менән бергә ағастарҙы ҡарап һәм һәр ваҡыт Ватанды һаҡлаусылар тураһында иҫкә алып тороу менән акцияны тамаланыҡ. Ә инде, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы барлыҡ атайҙарыбыҙ ға ил алдында бурыстарын намыҫ менән үтәп имен һау ғаиләләренә, туғандарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ. Артур Рафил улына һәм уның ғаиләһенә был акцияла ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Оставить сообщение: