Рекламный баннер 990x90px bantop
#Ҡурай_балалар_баҡсаһы
03:27 01.06.2024 16+
Педагогтарҙың даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләү, ижади эҙләнеүҙәр, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү – заман талабы. Шуларға эйә булмайынса, һөҙөмтәле эш, матур күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин түгелдер. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, яңылыҡҡа ынтылыу, тәжрибә уртаҡлашыу – “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә хас сифат.
Башҡорт төркөмдәренең ҡала методик берекмәһе планына ярашлы уртансылар төркөмө тәрбиәсе Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы ла уҡыу йылын йомғаҡлап, ҡалабыҙҙың башҡорт төркөмдәре тәрбиәселәренә ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге һәм мастер- класс күрһәтеп үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ойошторолған сара бик һөҙөмтәле һәм файҙалы үтте. Һәр педагог үҙенә кәрәкле мәғлүмәт алып, тәжрибә уртаҡлашып, үҙ-ара аралашып, фекер алышып, яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтҡандарҙыр тип ышанабыҙ.
Оставить сообщение: