Рекламный баннер 990x90px bantop
Сибайҙа мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә иғтибар ҙур
03:40 23.07.2024 16+
Сибайҙа мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә иғтибар ҙур
Сибай — республикабыҙҙың көньяҡ -көнсығыш төбәктәрен берләштереп тороусы мәҙәни үҙәк.
Йыл әйләнәһенә бында төрлө мәҙәни саралар, конкурстар ойошторола, үҙҙәре лә республика, Рәсәй кимәлендә ойошторолған сараларҙа ҡатнаша. Ҡалала Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе, мәҙәни учреждениелар, китапханалар гөрләп эшләп тора.
Һуңғы биш йылда ҡаланың мәҙәни объекттарын төҙөкләндереү буйынса ла күп эштәр башҡарылған. Атап әйткәндә, 2019 йылда "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Сибай тарихи- тыуған яҡты өйрәнеү музейы төҙөкләндерелгән Шулай уҡ ошо проект ярҙамында "Мир" Йәштәр йортоноң виртуаль концерт залы асылған. 2021 йылда иһә ошо проект буйынса яңыртылған филармония үҙ ишектәрен аса. Ошо уҡ йылдың июлендә Сибай VI Бөтә Донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Сибай китапханалары "Ҡулайлы мөхит" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышында 1.2 млн һумлыҡ ике конкурста еңеү яулай. "Мәҙәни мөхит" төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында балалар музыка мәктәбе бөтәһе 5,78 млн һумлыҡ музыка ҡоралдары, медиа- һәм уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителгән.
Мәҙәни сараларға килгәндә, "Ирәндек моңдары" башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы киң танылыу яулап, Сибай ҡалаһының мәҙәни данын бөтә илебеҙгә танытты. Балалар музыка мәктәбендә ойошторолған "Урал аръяғы йондоҙсоҡтары" йәш башҡарыусылар конкурсы ла йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара. Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбе ойошторған "Батырҙар иле" үҫмерҙәр һәм балалар ижады асыҡ республика конкурсы күптәрҙең яратҡан сараһына әүерелде.
Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Гөлиә Нәҙерғолова:
— Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР Хөкүмәте республикабыҙҙа мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Таланттарҙы асыҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө конкурстар ойошторола, гранттар булдырыла, мәҙәниәт учреждениелары төҙөкләндерелә. Беҙҙең Сибай ҡалаһы халҡы өсөн төҙөкләндереү эштәренән һуң яңыртылған филармонияның асылыуы ҙур ҡыуаныс булды. Сибай — элек-электән әүҙем мәҙәни саралар үҙәге булып торҙо. Һуңғы йылдарҙа ул тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелде, тип әйтергә мөмкин. Ҡалабыҙ халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Мәҫәлән, Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙың Сибайға килеүе, минеңсә, ҙур әһәмиәткә эйә. Йыл һайын беҙҙә Инвестһабантуй үтә. Унда ла төрлө ил вәкилдәре эшлекле һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашып ҡына ҡалмай, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, милли йолалары менән дә таныша.
Сибай ҡалаһының брендына әүерелгән мәҙәни сараларға килгәндә, " Ирәндек моңдары" башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. 16-сы тапҡыр ойошторолған был конкурс күпме халыҡ гәүһәрҙәрен асырға һәм танытырға ярҙам итте. Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе ойошторған "Батырҙар иле" балалар һәм үҫмерҙәр ижады асыҡ республика конкурсын да төбәк-ара кимәлгә күтәрелде, тип әйтә алабыҙ, сөнки унда Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар күп булды. Быйылғы конкурста бөтәһе 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Милли кейем көнө билдәле сәсәниә Асия апай Ғәйнуллина инициативаһы менән иң тәүҙә Сибай ҡалаһында ойошторола башлағайны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ошондай матур башланғыстарҙы күрә һәм күтәрә белеүе һөҙөмтәһендә хәҙер ул тотош республикабыҙҙа билдәләнә. Ҡалабыҙҙа бик күп йыр һәм бейеү ансамблдәре бар, Шуларҙың 28-енең "халыҡ" һәм "өлгөлө" исемен йөрөтөүе лә оло мәртәбә.Ҡыҫҡаһы, көньяҡ- көнсығыш райондарҙың үҙәге булған Сибай ҡалаһында халыҡ ижадын, башҡорт мәҙәниәтен һәр яҡлап үҫтереү өсөн бар мөмкинлектәр бар.

Оставить сообщение: