Рекламный баннер 990x90px bantop
Ғаилә бәхете - киләсәк нигеҙе!
05:44 28.08.2024 16+
Ғаилә бәхете - киләсәк нигеҙе!
2024 йыл Рәсәй Федерацияһы Президенты указына ярашлы Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә йылында мөхәббәт, тоғролоҡ, ихтирам, үҙ-ара мөнәсәбәт һәм ярҙам кеүек традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға айырыуса иғтибар бүленә. Сибай ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында йәш быуынға өлгө булырҙай матур ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе - Сибай ҡалаһының үҙәк китапханаһы мөдире Гөлсирә Яҡупованың ғаиләһе.
Гөлсирә Әҡсән ҡыҙы Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында 1991 йылдан алып эшләй. Үҙ эшен яҡшы белгән юғары белемле белгес бөгөн Үҙәк ҡала китапханаһын етәкләй. Төрлө тематик саралар, кисәләр ойоштороп ул йәш быуында Тыуған илебеҙгә, тарихыбыҙға, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй. Төрлө проекттар өҫтөндә эшләй, еңеүҙәр яулай. Уны һәр ерҙә хөрмәт итәләр, һәр эште ышанып тапшыралар. Уның намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары, дипломдар менән баһаланған.
Гөлсирә Әҡсән ҡыҙы эшендә етәксе булһа, өйөндә ул ире Зәбир Яҡуповҡа ышаныслы терәк-таяныс, яҡшы ҡатын. Яҡуповтарҙың бергә-бергә, парлы ғүмер итеүҙәренә 26 йыл. Ир – беләк, ҡатын – терәк, тигәндәй, улар донъя йөгөн тиң тарта. Зәбир Нуриман улы ООО «Прометей+» берекмәһендә монтажсы булып эшләй. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Йорто ихатаһы эсенә ял итеү урынын үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуйған, мебелдәрҙе ремонтлауға әүәҫ. Буш ваҡыттарында балыҡ ҡармаҡларға ярата.
Яҡуповтар ике ул үҫтерә, уларға юғары белем алыуҙа ярҙам итә. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап эшһөйәр, тырыш булып буй еткергән, икеһе лә алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешмәй ҡалмай. Улар мәктәптә башҡорт класында уҡығандар, ғаиләлә лә башҡорт телендә һөйләшәләр, сәләмәт тормош алып баралар. Өлкән улдары Нурислам, быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, табип һөнәрен үҙләштерҙе. Әлеге көндә Өфө ҡалаһының медик-социаль экспертизаның баш бюроһында эшләп йөрөй. Кесе улдары Денис Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының юридик факультеты дипломын алғас, әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан. Әле ул Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһындағы бүлегенең тәфтиш бүлегендә эшләй.
Яҡуповтар матур йорт һалып ингән. Күркәм йорттары тирәһе емеш ағастары, йәшелсә баҡсаһы менән уратып алынған, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Улар туғанйәнле, ярҙамсыл, ауыр саҡта яҡындарына кәңәшсе, терәк. Уларҙың ғаиләһен яратмаған, хөрмәт итмәген кеше юк. Шуға күрә, тыуған йорттарынан ҡунаҡ өҙөлмәй, дуҫ – иштәре, туғандары менән аралашып, ҡатнашып йәшәйҙәр, туғанлыҡ ептәрен өҙмәйҙәр. Йыл да туғандары менән төрлө байрамдар үткәреп, аяттар уҡытып, ҡорбандар салдырып бергә йыйылып, күрешеп торалар.
Өлгөлө, татыу Яҡуповтар ғаиләһенә киләсәктә лә именлек, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ!

Оставить сообщение: