Рекламный баннер 990x90px bantop

Юғары технологиялы мобиль протездар Өфөлә етештерелә Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фонды Мәскәү протез-ортопедия предприятиеһының Өфө филиалы һәм Орто-Инновациялар Өфө компанияһы менән килешеү төҙөгән

13:09 03.09.2024 16+
ЦУР Башкортостан: О технических средствах реабилитации для ветеранов специальной военной операции

Юғары технологиялы мобиль протездар Өфөлә етештерелә — «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды Мәскәү протез-ортопедия предприятиеһының Өфө филиалы һәм «Орто-Инновациялар Өфө» компанияһы менән килешеү төҙөгән.

Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән БЮТ каналының “Сәләм” тапшырыуына тура элемтә барышында «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республикалағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операция ветерандары өсөн техник реабилитация саралары тураһында һөйләне.

Фондтың эксперттар советы протездарҙың 10 төрөн раҫлаған. Был — инвалидҡа спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек биргән өҫтәмә функциялы, еңелләштерелгән, маневрлы протездар.

Протез алыу өсөн ветеран ғариза менән шәхсән мөрәжәғәт итергә тейеш. Фонд белгестәре документтар пакетын әҙерләргә ярҙам итә, ә табиптар тикшереү үткәреп, үлсәүҙәр ала, сөнки протездар шәхсән һайлап алына, кәрәкле кәңәштәр бирә, шулай уҡ изделиены файҙаланғанда уны көйләргә ярҙам итәсәк.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107

Ҡыҙыу линия: +7 (347) 268-01-02, сәғәт 9-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем.

Белгестәр ялһыҙ эшләй.

***

Высокотехнологичные мобильные протезы производят в Уфе – Государственный фонд «Защитники Отечества» подписал соглашения с Уфимским филиалом Московского протезно-ортопедического предприятия и компанией «Орто-Инновации Уфа».

О технических средствах реабилитации для ветеранов специальной военной операции в прямом включении из ЦУР в программу «Салям» на т/к БСТ рассказала руководитель филиала Фонда «Защитники Отечества» в Республике Башкортостан Гульнур Кульсарина.

Экспертный совет Фонда утвердил 10 видов протезов. Это более облегченные, маневренные протезы с дополнительными функциями, которые позволят инвалиду заниматься спортом.

Для того чтобы их получить, ветерану необходимо обратиться с заявлением лично. Специалисты Фонда помогут оформить пакет документов, а врачи проведут обследование, снимут замеры – протезы подбираются индивидуально, дадут необходимые рекомендации, а также помогут скорректировать изделия в ходе эксплуатации.

Адрес филиала Фонда «Защитники Отечества» в Башкортостане: г. Уфа, ул. Мингажева, 107

Горячая линия: +7 (347) 268-01-02, с 9:00 до 18:00.

Специалисты работают без выходных.

1104

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ