Рекламный баннер 990x90px bantop
#ПедСовет2024
16:40 06.09.2024 16+
5 сентябрь "Сулпылар" балалар баҡсаһында 2024-2025 уҡыу йылына бағышлап "Яңы маҡсаттар,яңы бурыстар" исемле педагогик совет булып үтте.
Яңы уҡыу йылы башында коллективтың эшмәкәрлеген проектларға һәм төп бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтергә кәрәк.
Балалар баҡсаһы мөдире Байморатова Нәзилә Ғайсар ҡыҙы барыһын да яңы уҡыу йылы менән ҡотланы, мәғарифта яңы йүнәлештәрҙе иғлан итте.
Артабан педагогтар 2024-2025 уҡыу йылына балалар баҡсаһы эшенең төп бурыстары менән танышты. Яңы уҡыу йылында эшләү өсөн кәрәкле документтар раҫланды.
Шулай уҡ педагогтар, 2024-2025 уҡыу йылына эш планы, комплекслы - тематик , көндәлек пландар яҙыу формаларын, мәктәп менән хеҙмәттәшлек планын, мини методик берекмә планын ҡабул иттеләр, ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге селтәрен, ата – әсәләр йыйылыштары тематикаларын, педагогик диагностика периодын, педагогтарҙың эш графигын, өҫтәлмә белем биреү программаларын раҫланылар, ҡала мәғариф бүлеге планы менән таныштылар.
Педагогик совет һөҙөмтәле үтте. Уҡыу йылы башланыу менән барлыҡ тәрбиәселәрҙе, педагогтарҙы ҡотлайбыҙ! Уҡыу йылы ижади һәм һөҙөмтәле булһын, яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар килтерһен! Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эшендә ижади уңыштар һәм профессиональ ҡаҙаныштар теләйбеҙ!???
Оставить сообщение: