Рекламный баннер 990x90px bantop
#Культурабашкир #музеиРБ #сибайскиймузей #Сибай
12:53 02.10.2024 16+
Башҡорт халыҡ ижады - быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы, ҡиммәтле хазина, изге аманат, ҡәҙерле мираҫ, хатта хәтер ҙә ул. Эйе, хәтер, йәғни хәтерләүҙәр, иҫтәлектәр аша беҙгә күсеп килгән тарих төпкөлө. Ата-бабалар аҡылы, аҡ инәйҙәрҙең фәһемле кәңәштәре, арҙаҡлы шәхестәрҙең изге уйҙары, ынтылыштары һәр саҡ маяҡ булып яҡтырта, киләсәккә әйҙәй. Бөгөнгө көндә иһә үрҙә әйтелгәндәрҙе киләсәк быуынға еткереүҙә етәкселәрҙең, ата-әсәнең, уҡытыусыларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Быға дәлил булып Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының фольклорын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса бик күп программалар бар. Программаға ярашлы төрлө байрамдар, халыҡ уйындары, осрашыуҙар ойошторола һәм түңәрәктәр уңышлы эшләп килә. Халыҡ ижады иҫ китмәле юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Уларҙы өйрәнеү, заманға яраҡлаштырыу беҙҙең артабанғы үҫешебеҙ өсөн мәртәбә генә булыр.
Был эште Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Республика халыҡ ижады үҙәге министрлыҡ менән берлектә алып бара. Мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм ҡулланыу, милләт-ара бәйләнештәр өлкәләрендә дәүләт сәйәсәтен, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырыу – төп мәсьәлә булып тора.
Оставить сообщение: