Рекламный баннер 990x90px bantop
#Культурабашкир #Сибай #сибайскиймузей
14:22 16.10.2024 16+
«Икмәк барыһына баш» тигән әйтем төрлө телдәрҙә бер дөйөм «бөйөк» мәғәнәлә йөрөй. Икмәккә ҡарата халыҡтың оло хөрмәте, ихтирамы, табыныу-ололау хисе лә сағыла. Бөгөнгө халыҡ-ара икмәк көнөндә башҡорт халыҡ ижадында икмәккә ҡарата изге хистәрҙе сағылдырған мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөп китеү яҙыҡ булмаҫ.
«Икмәктән оло аш юҡ», «Ил ҡеүәте икмәктә», «Икмәкте хурлама, ҙурла», «Икмәк — табын ҡояшы», «Икмәктең валсығы ла һинән оло», «Икмәк — йәшәү сығанағы», «Кем икмәкле — шул хикмәтле», «Икмәкте ҡатыҡҡа манған ас булмай», «Икмәкте бер ҡап, ҡатыҡты биш ҡап», «Икмәк сәйнәмәйсә йотолмай» «Икмәк – ил байлығы», «Икмәктән оло булма», «Икмәк аша атлама», «Икмәктең валсығын да ергә ташлама», «Икмәк-тоҙҙан баш тартма», «Икмәк юлда йөк түгел».
«Икмәк сәйнәмәйсә йотолмай» тигән һүҙҙәр оло мәғәнәгә эйә: эшләмәйенсә ауыҙыңа икмәк теймәй. Мәҡәлдә халыҡтың киләсәк быуынға аманаты — «һин эшләп ашарға тейешһең» тигән васыяты ята.
Икмәк — ул борон-борондан йола ризығы. Икмәк һынығын киптереп, яртыһын яуға китеүсегә биреү, икенсе яртыһын ул ҡайтҡансы һаҡлау — башҡорт халҡының борондан килгән изге йолаһы. Икмәк валсығын иҙәнгә төшөрөү оло гонаһ һанала. Халыҡтың икмәккә булған ихтирамы, уның тылсымлы көсөнә ышанысы сағыла.
Оставить сообщение: