Рекламный баннер 990x90px bantop
Бөгөнгө көн музей ишеге ябылманы, тиһәк
23:35 13.11.2024 16+
Бөгөнгө көн музей ишеге ябылманы, тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ.
Тәүгеләрҙән булып, Сибай ҡалаһының барлыҡ китапхана хеҙмәткәрҙәре В.А. Фролованың “Минең Башҡортостаным” күргәҙмәһен ҡарарға килһә, уларҙs Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында экология бүлегендә белем алыусы 1-се курс студенттары алыштырҙы.
Артабан, Өфө ҡалаһы сәнғәт колледжының Сибай музыка мәктәбенән барлыҡ дүрт класы ла килеп, музей хеҙмәткәрҙәре Р.Б Ишбулатова, И.С.Аҡбулатова ойошторған экскурсияны ҡарап, күргәҙмәлә булып, шатланып, дәрт алып хушлашты.
12-се мәктәптән килгән 5-се класс уҡыусылары өсөн дә биш залды ҡыҙырып ҡарап сығыу, экскурсоводтың телмәрен тыңлау, һорауҙарына яуаптар биреү оҡшаны.
Шулай уҡ, беҙҙең һәр аҙна ҡунағы “Здравница Зауралья” санаторийынан килеүселәр өсөн дә бай экспонаттар— йәнлек-хайуандарҙы, “Дала”, “Көҙ”, “Яҙ” һ.б.диорамаларын ҡарау һәм, әлбиттә, яңы асылған “Аҫылташ өҫтөндәге ҡала” күргәҙмәһен күреп ҡайтыу оло бәхет булғандыр.
Хөрмәтле ҡала халҡы, ҡунаҡтар, артабан да музей сараларында, күргәҙмәләрендә һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!
Рәхим итегеҙ!

Оставить сообщение: