Рекламный баннер 990x90px bantop
#БалаларХәүефһеҙлеге#ЮлХәрәкәтеҠағиҙаләре#АҡһылыуБалаларБаҡсаһы#АйыуҡайТөркөмө
02:11 14.11.2024 16+
"Аҡһылыу"балалар баҡсаһында,атап әйткәндә "Айыуҡай"төркөмөндә, балалар хәүефһеҙлегенә ҙур ихтибар бүленә.Даими рәүештә төрлө әңгәмәләр,саралар үткәрелә.Берҙәм юл хәрәкәте көнөндә балалар менән "Автобус"сюжетлы- ролле уйын уйнағандан һуң, юлдарҙа була торған төрлө хәлдәрҙе ҡарап, яуаптар уйлап табылды.Бала өсөн юлда үҙ-үҙеңде тота белеү уның теләү-теләмәүенән тормай. Юл хәрәкәтендә ул иң һаҡланмаған ҡатнашыусы, күп осраҡта баланың юлда үҙен тотошо юлдағы хәлде үҙенсә аңлауынан тора. Шуға ла балаларҙың юлдағы хәүефһеҙлеген тәү сиратта беҙ, өлкәндәр – ата-әсәләр, тәрбиәселәр һәм транспорт сараларының водителдәре генә тәьмин итә алабыҙ.
Балаларҙың юлдағы хәүефһеҙлеге нимәнән башлана? Әлбиттә, юлдағы хәлде дөрөҫ баһаларға, урамда тәртипле булырға өйрәтеүҙән, иғтибарлылыҡ тәрбиләүҙән. Шәхси өлгө – бала өсөн иң аңлайышлы өйрәтеү формаһы. Өлкәндәргә иҫтәрендә тотор кәрәк: әгәр һеҙ үҙегеҙ юл ҡағиҙәләрен боҙаһығыҙ, балағыҙ ҙа шулай эшләйәсәк!
Оставить сообщение: