Рекламный баннер 990x90px bantop
#Ҡаҙөмәһе
03:07 17.11.2024 16+
Ҡыҙҙар йыйылған өйгә,
Ҡыҙҙар килгән өмәгә,
Нисек итеп ҡаҙ йолҡорға
Еңгәләрҙән күрмәгә.
Ҡаҙ өмәһе, Ҡаҙ өмәһе
Алдарҙа ҡаҙҙар ғына.
Ҡаҙ өмәһенә йыйыла
Гел уңған ҡыҙҙар ғына.
Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе.
Октябрь-ноябрь айҙарында ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.
Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таһыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Ҡошто ҡотло ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр.
Ҡаҙ ҡанаты, ҡаҙ өмәһе
Йылдарына бер була.
Үҙе йырлы, үҙе моңло
Ауыл шатлыҡҡа тула.
Ысынлап та, бергәләшеп эшләнгән эш үҙе үк байрам төҫө ала.Йырлай-йырлай, матур теләктәр теләп эшләнгән эш һә тигәнсе эшләнеп тә бөтә.
Ҡаҙ өмәһе үҙенең эсенә алған бәләкәй генә йолалары менән дә бай. Ошо йолаларҙы теүәл үтәп, эште тиҙ ыратып, теүәлләп тә ҡуйҙы уңған өмәселәр.
Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә, дауам итә.
Билдәле рәссам Вера Фролова (Өфө ҡалаһы) Вера Фролованың һүрәттәрендә -матур байрамыбыҙ, йолалар сағылышы, байрам кәйефе!
Сибайский историко-краеведческий музей ваҡыт табып, килеп күрегеҙ!
Ялдарығыҙ йәмле үтһен ✨
Оставить сообщение: