Рекламный баннер 990x90px bantop

Яҡынлашып килгән Әсәләр көнө уңайынан

21:30 21.11.2024 16+
Яҡынлашып килгән Әсәләр көнө уңайынан, музейҙа "Әсә һөйөүенең нуры" атамаһы аҫтында бик шәп сара уҙҙы.

Өлкән быуынды ла, йәштәрҙе лә йәлеп иткән был кисәнең төп ҡунаҡтары Сибай ҡалаһының билдәле шәхестәре Айбулат Алик улы Уразбахтин Айбулат Уразбахтин менән Ләйсән Урал ҡыҙы Шәйхитдинова булды.

Ябай эшҡыуар ғына түгел, ә үҙ өҫтөндә ныҡлы эшләгән, философик ҡараштары булған Айбулат Аликович дөйөмләштереп ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан урыны, ғаиләләге роле тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Тамашасылар иһә, үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуап алып бик ҡәнәғәт ҡалды.

Ләйсән Ураловна Сибай ҡалаһының ғына түгел, тирә-яҡ райондарҙан килгән ҡыҙҙарға никах өсөн образ һайларға, шартына килтереп, дини ҡанундарға яраҡлаштырып үҙ студияһында һәр гүзәл затҡа яулыҡ бәйләү хеҙмәтен атҡара. Бөгөнгө сарала ла оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, яулыҡ ябынып йөрөүҙең ни тиклем кәрәкле һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың нәфисерәк булып күренеүен инандырҙы.

Матур байрам сараһынан һәр кем мәғлүмәтле булып, күңеленә ял алып ҡайтты.

Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының Сибай институтының педагогик факультетында белем алыусы 1 курс студенттары һәм кураторы Рәзилә Рәмил ҡыҙы Исхакова Разиля Исхакова , хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, ирекмәндәр йәмле сараның ҡәҙерле ҡунаҡтары булды.

Киләсәктә әсә һөйөүенең нурына ҡойоноп, именлектә үҫһен һәр бала, тип теләге килә.



1239

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ