Рекламный баннер 990x90px bantop
9 декабрь көнө Рәсәй геройҙарына арналған байрам - Ватан Геройҙары көнө билдәләнә
10:43 09.12.2024 16+
9 декабрь көнө Рәсәй геройҙарына арналған байрам - Ватан Геройҙары көнө билдәләнә.
Махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең республиканан , беҙҙең ҡаланан бик күп ир-егеттәребеҙ хәрби бурыстарын башҡаралар. Беҙҙең илебеҙ, беҙҙең тыныслығыбыҙ өсөн көн - төн алышҡан ир-егеттәрҙе беҙ һис шикһеҙ Геройҙар тип әйтә алабыҙ.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында ҡунаҡта шундай геройзарҙың береһе булды. Ул үҙенең тормош юлы ,яҙмышы тураһында балаларға һөйләне. Шулай уҡ балалар, педагогтар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре бик матур концерт та әҙерләнеләр. Ҡунаҡҡа үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡул эштәрен бүләк иттеләр. Яугир ҙа буш ҡул менән килмәгән , балаларға тип күстәнәстәр ҙә алып килгән ине. Бындай йылы осрашыу балалар өсөн генә түгел ,ә барлыҡ коллектив өсөн бик фәһемле һәм файҙалы булды. Осрашыу аҙағында яугир менән иҫтәлеккә фото ла төшөп ,унан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү үҙе оло ҡыуаныс булды.
Һуғыштар бөтөп , илдәр тынысланып ,бөтә ир-егеттәргә лә имен -һау ғаиләләләре янына әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Оставить сообщение: