Рекламный баннер 990x90px bantop
#ЯнғынХәүефһеҙлеге#БалаларХәүефһеҙлеге#АҡһылыуБалаларБаҡсаһы#АйыуҡайТөркөмө
00:53 11.12.2024 16+
Балаларҙың хәүефһеҙлеге заманса йәмғиәттә һәр ваҡыт көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып тора. Балалар - беҙҙең киләсәгебеҙ, шуға ла уларҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күреү, янғындарҙа йәрәхәтләнеүҙәрҙе профилактикалау - беҙҙең төп бурыс.Бөгөн беҙҙең "Аҡһылыу"балалар баҡсаһының "Айыуҡай"төркөмөндә «Янғындан һаҡ бул» тип аталған сара уҙғарылды. Сараның маҡсаты булып- ни сәбәпле янғын килеп сығыуы һәм уны булдырмау өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен асыҡлау, балаларға янғындан һаҡланыу юлдарын, янғынды тәжрибәләр ярҙамында нисек һүндереп булыуын, шырпы ниндәй ҙур бәлә килтереүен аңлатыу торҙо. Шулай итеп, сара уңышлы үтте.
Артабан кескәйҙәр янғын һүндереү машинаһының һүрәтенә ҡарап, һәр кем үҙҙәренең янғын һүндереү машинаһын йәбештерҙе. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға шартлы янғынды һүндереү ныҡ оҡшаны. Был балалар өсөн ысынлап та уйын кеүек кенә булғандыр, моғайын. Әммә, уларҙың «Ҙур ҡыҙыл машинанан» сағыу тәьҫораттар ғына түгел, янғын мәлендә үҙеңде нисек тотоу буйынса практик оҫталыҡтар ҡулланыу ҙа иҫтәрендә ҡалыр тип ышанабыҙ.Сөнки был беҙҙең эштә шулай уҡ бик мөһим.
Оставить сообщение: