Рекламный баннер 990x90px bantop
#башкирскаякультура
12:17 12.12.2024 16+
БАШҠОРТОСТАНДА КИНО
Башҡортостанда тәүге кинотаҫмаларҙы Мәскәү һәм Екатеринбургтан килгән студиялар төшөрә һәм улар, нигеҙҙә, этнографик характерҙа була. 1909 йылда — «Урал күренештәре», 1910 йылда «Ырымбур», «Алтын приискыларын эшкәртеү» тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөлә. 1915 йылда «Ҡымыҙ» исемле фәнни-популяр фильм («Гомон» француз фирмаһының Мәскәү бүлексәһе), ә 1916 йылда — «Ҡылғанлы дала» (А. Ханжонков фирмаһы) донъя күрә. 1915 йылда режиссер В. Гардин Л.Н. Толстойҙың «Кешегә күпме ер кәрәк?» хикәйәһен экранлаштыра.
Граждандар һуғышы осоронан байтаҡ ҡына документаль-хроникаль фильмдар һаҡланған. Артабан «Өфөлә 1 Май», «Һабантуй» (1925), «Ҡыҙыл Башҡортостан» (1929), «Азия сигендә», «Совет әкиәте», «Башҡорт ҡыҙы» (1930), «Данлы юбилей» (1939), «Икенсе Баку» (1940) тигән документаль фильмдар төшөрөлә. 1937 йылда «Ленфильм»дан режиссер П. Петров-Бытов Башҡортостанда «Пугачев» фильмының ҡайһы бер күренештәрен төшөрә. Салауат Юлаев ролен К. Мөхөтдинов башҡара. 1940 йылда режиссер Яков Протазанов төп ролдә Арыҫлан Мөбәрәков уйнаған «Салауат Юлаев» фильмын эшләй. 1959—1960 йылдарҙа Свердловск киностудияһы «Сыңрау торна» фильм-балетын экранлаштыра.
1959 йылдан башлап Башҡортостан телевидениеһы эшләп килә. Уның кино төркөмө байтаҡ фильмдар ижад итә. Улар араһында «Башҡорт балы» (сценарий авторы А. Филиппов), Заһир Исмәғилевтең кинопортреты булған «Тыуған моңдар» фильмы (режиссеры Ғ. Ҡудашев) иң уңышлы эштәрҙән һанала.
1990 йылда «Башҡортостан» дәүләт киностудияһы ойошторола. Уның директоры итеп билдәле режиссер Әмир Абдразаҡов тәғәйенләнә. «Ишмулла», «Зәки Вәлиди Туған» (режиссеры Әмир Абдразаҡов), «Аксаков һәм Башҡортостан» (режиссеры Малик Яҡшымбәтов), «Инештәр», «Ғәскәров» (режиссеры Вил Кәримов), «Мин — Салауат» (режиссеры Г. Шеверов), «Азатлыҡ ҡапҡаһы» (режиссеры Малик Яҡшымбәтов) һәм башҡа байтаҡ фильмдар төшөрөлә.
Режиссер Әмир Абдразаҡов яҙыусы Яныбай Хамматов романдары буйынса «Бөртөкләп йыйыла алтын» тигән 4 сериялы нәфис фильм ижад итә. Тулы метражлы нәфис фильмдар төшөрөүҙә лә ярайһы уҡ уңыштар бар. Режиссер Булат Йосоповтоң «Быяла юлсы», «Ауыл өҫтөндә йәйғор», «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» исемле фильмдары экрандарға сыҡты.
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһында «Ай ҡыҙы» исемле телевизион күп сериялы фильм төшөрөлдө. Был — 33 сериялы беренсе башҡорт сериалы. Режиссеры — Әнүәр Әбүбәкер улы Нурмөхәмәтов. Сценарий авторы — драматург Флорид Бүләков. Төп ролдәрҙә драма театры артистары — Эльмира Юлдашева, Эльмира Саматова (Айһылыу), Азат Йыһаншин (Ғайсар), Ғаяз Алтыншин (Ғаяз), Эльвира Юнысова (Рәшиҙә), Сара Буранбаева (Ғәҙилә), Гүзәл Маликова (Йәмилә) уйнаны.
Ә. Ә. Нурмөхәмәтов оҙаҡ йылдар буйы Салауат башҡорт драма театрында баш режиссер булып эшләй. Унан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бер нисә спектакль ҡуя.
Башҡортостан телевидениеһы студияһында эшләү дәүерендә Әнүәр Әбүбәкер улы Талха Ғиниәтуллин әҫәре буйынса «Миҙал» нәфис фильмын, «Президент бүләге» тигән ҡыҫҡа метражлы фильм, ике сериялы «Һарығолаҡ» нәфис фильмын (яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев әҫәре буйынса) төшөрә.
Оставить сообщение: