Рекламный баннер 990x90px bantop
Хөрмәтле дуҫтар, республикала Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан, 17 – 21 февралдә төрлө акциялар, саралар үтә. Рухлы, йәмле сараларға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
11:27 17.02.2025 16+
Хөрмәтле дуҫтар, республикала Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан, 17 – 21 февралдә төрлө акциялар, саралар үтә. Рухлы, йәмле сараларға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
Социаль селтәрҙә, сайтта ҡуйылған мәғлүмәт аҫтына хэштегтар теркәгеҙ: #ҡоролтай #БашҡортТеле #курултай #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө #Сибай
ИНФОРМАЦИОН БЕЛЕШМӘ
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.
Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар.
Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә.
ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса, 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар.
Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көндө бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә.
Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә, һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.
Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының 74-се сессияһында ерле халыҡтарҙың телдәренең ун йыллығын иғлан итеү тураһында документ ҡабул ителде. Уға ярашлы, 2022 йылдан 2032 йылға тиклем Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәренең ун йыллығы бара.
Бынан алда, Берләшкән милләттәр ойошмаһы 2019 йылды Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәре йылы тип иғлан иткәйне.
Башҡортостанда 2020 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Башҡорт теле йылы уҙғарылды.
“Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр” ти башҡорт мәҡәле. Киләсәктә лә һәр баланың теле үҙ туған телендә асылһын! Бының өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!

Оставить сообщение: