Рекламный баннер 990x90px bantop
Бөгөн Халыҡ-ара туған тел көнө, дуҫтар!
07:23 21.02.2025 16+
Бөгөн Халыҡ-ара туған тел көнө, дуҫтар!
Туған телебеҙ сәскә атһын! Туған телебеҙҙең мәңге йәшәүен теләйем! Һөйләшәйек, аралашайыҡ, ҡәҙерен беләйек!
Әсәм мине аҡ биләүгә биләп
"Балам", - тиеп бәхет юраған,
Атам минең сәстәремдән һыйпап:
"Ҡыҙым" , - тиеп наҙлап ҡараған.
Үҙ телемдә тәүге ауаз һалып
Һыйынғанмын йылы ҡосаҡҡа,
Башҡортлоғом ялҡын булып янды
Ғаиләләге рухи усаҡта.
Туған телем йәнде иркәләһә,
Рух ныҡлығым - дауа күңелгә.
Мин ғашиҡмын һиңә, башҡорт телем,
Һинле тормош рәхәт, еңел дә!
Ата-бабам һине мираҫ итеп
Ҡалдырмағандыр бит һис юҡҡа,
Минең өсөн һин - йөрәгем наҙы,
Һин йыуаныс минең тормошта.
Дошмандарға ҡаршы ҡорал булһаң,
Яҡыныма - күңел асҡысы.
Атам-әсәм теле, минең телем,
Киләсәккә илтер баҫҡысым.
Йәшә, йәшнә, туған телем минең,
Һин булғанда йәшәй милләт тә,
Һинең өсөн йәнен фиҙа ҡылыр
Башҡорттарың шундай теләктә!
/Раушания Хазеева-Әбсәләмова /
#ҡоролтай #БашҡортТеле #курултай #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө #Сибай
Туған телебеҙ сәскә атһын! Туған телебеҙҙең мәңге йәшәүен теләйем! Һөйләшәйек, аралашайыҡ, ҡәҙерен беләйек!
Әсәм мине аҡ биләүгә биләп
"Балам", - тиеп бәхет юраған,
Атам минең сәстәремдән һыйпап:
"Ҡыҙым" , - тиеп наҙлап ҡараған.
Үҙ телемдә тәүге ауаз һалып
Һыйынғанмын йылы ҡосаҡҡа,
Башҡортлоғом ялҡын булып янды
Ғаиләләге рухи усаҡта.
Туған телем йәнде иркәләһә,
Рух ныҡлығым - дауа күңелгә.
Мин ғашиҡмын һиңә, башҡорт телем,
Һинле тормош рәхәт, еңел дә!
Ата-бабам һине мираҫ итеп
Ҡалдырмағандыр бит һис юҡҡа,
Минең өсөн һин - йөрәгем наҙы,
Һин йыуаныс минең тормошта.
Дошмандарға ҡаршы ҡорал булһаң,
Яҡыныма - күңел асҡысы.
Атам-әсәм теле, минең телем,
Киләсәккә илтер баҫҡысым.
Йәшә, йәшнә, туған телем минең,
Һин булғанда йәшәй милләт тә,
Һинең өсөн йәнен фиҙа ҡылыр
Башҡорттарың шундай теләктә!
/Раушания Хазеева-Әбсәләмова /
#ҡоролтай #БашҡортТеле #курултай #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө #Сибай
Оставить сообщение: