Рекламный баннер 990x90px bantop

24 февралдә Сибай ҡалаһы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең “Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле “Нур сәсеп йәшәйек, Әл-фатиха” исемле тәрән йөкмәткеле хәйриә концерты

07:53 26.02.2025 16+
24 февралдә Сибай ҡалаһы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең “Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле “Нур сәсеп йәшәйек, Әл-фатиха” исемле тәрән йөкмәткеле хәйриә концерты ойоштороп, ҙур йөрәкле, изгелеккә ынтылған кешеләрҙе бар тамаша залында осраштырҙы. Сараға МХО ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, күмәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә саҡырылған.

“Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле 2009 йылдан алып эшләй. Ансамблдең төп маҡсаты - башҡорт халыҡ ижадын, халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, уларҙы тергеҙеп киләһе быуынға еткереү булғанға күрә, концерт «Ете ҡыҙ композицияһы” менән башланып, тамашасыларҙы шунда уҡ үҙенә йәлеп итте.

Артабан дәртле бейеүҙәре менән Сафия Байғужина, Мәликә Байғужина, “Гөлдәр” бейеү ансамбле, “Урал батыр” эпосы менән Рушан Ханыев сығыш яһаны. Башҡорт халыҡ йырыҙарын Йәғәфәр Нәҙершин башҡарҙы. Ҡурайҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Раушан Ниязғолов, ҡумыҙҙа “Төйәләҫ” балалар ҡумыҙсылар ансамбле ҡумыҙсыһы Сабина Хажина уйнап ишеттерҙе.

Йырлы күстәнәстәрен биология фәндәре докторы, академик Йәмил Төхвәт улы Һөйөндөков етәкләгән “Йәншишмә” ансамбле ҡыҙҙары һәм Хәйбулла районынан бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы конкурстары лауреаты Гөлфиә Хәлфетдинова, Зәйтүнә Йәнъюлдашева, Ләйсән һәм Гөлфирә Шариповалар бүләк итте. Эльмира Юламанова һәм Римма Аҡманова һөйләгән шиғырҙар тамашасыларҙың күңеленә үтеп инде.

Сибай ҡалаһы Мәҙәниәт идаралығынан.

#Сибай #СВО #культура
2483

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ