Рекламный баннер 990x90px bantop
"Ҡоролтай 3.0" яңы маҡсаттар ҡуя
14:17 28.02.2025 16+
"Ҡоролтай 3.0" яңы маҡсаттар ҡуя
Республикала беренселәрҙән булып, бөгөн Сибай ҡалаһында “Ҡоролтай 3.0” төбәк стратегик сессияһы үтте. Төп маҡсат: милли ойошманың яңы үҫеш йүнәлешен һайлау, стратегик проекттар йыйылмаһын билдәләү.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Миләүшә Ҡаһарманова, Президиум ағзаһы, махсус хәрби операция яугире Ринат Күлтоманов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, журналист, Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Наил Юнысов, ҡаланың ойошмаларынан, учреждениеларынан саҡырылған ҡунаҡтар, Урал аръяғы райондары, ҡалалары ҡоролтайҙары рәйестәре, ағзалары һәм башҡалар ҡатнашты.
Сарала ирекмәндәрҙең, урындағы ҡул оҫталарының Ватанды һаҡлаусылар йылына бағышланған күргәҙмәһе ойошторолдо. Ошо уҡ темаға арнап, квиз уйыны уҙғарылды. Эксперттар алдында исемле йылға бәйле проект презентациялары яҡланды.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #Сибай

Оставить сообщение: