Рекламный баннер 990x90px bantop
#культурабашкир
11:11 05.03.2025 16+
#культурабашкир
Башҡортостанда ислам дине
Ислам диненең тарихи Башҡортостанға үтеп инеүенә мосолман илдәре менән VIII—IX быуаттарҙа урынлаштырылған сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булышлыҡ иткән. Башҡортостандың Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралдың тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә. Бында эҙләнеү барышында Ғәрәп хәлифәлегенең 706 һәм 712 йылғы өс көмөш дирһәме һәм алтын динары, шулай уҡ мәйеттәрҙең ҡулдары кәүҙә буйлап һуҙылған, баштары көнбайышҡа йүнәлтелгән иртә мосолман ҡәберҙәре табылған. Хөсәйенбәк кәшәнәһе янындағы Аҡ зыяратта боронғо ҡуфа стилендәге ғәрәп яҙмалы ҡәбер таштары табылған, был уларҙың VII—IX быуаттарҙа барлыҡҡа килеүен дәлилләй.
VII быуатта пәйғәмбәр Мөхәммәттең үҙ сәхәбәләрен Көньяҡ Уралға ебәреүе тураһында мәғлүмәттәр бар. Тарихсылар Хисаметдин бин Шәрәфетдин һәм Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди Башҡортостанға ебәрелгән өс сәхәбәне атайҙар, шулай уҡ башҡорттарҙан кемдәр тәүгеләрҙән булып ислам динен ҡабул итеүе хаҡында хәбәр итәләр. Хисаметдин бин Шәрәфетдин үҙенең «Болғар тарихы» китабында башҡорттарҙың ислам динен үҙ күршеләренән иртәрәк, һижрә буйынса 195 йылда (Григориан календары буйынса 748 йылда) ҡабул итеүҙәре тураһында яҙа. «Кун-әл-әкбәр» («Ваҡиғаларҙың асылы») төркиҙәр тарихында башҡорттарҙың яҡынса 70 ҡалаһы һәм ҡәлғәһе булыуы, ә исламды улар һижрәнең 530 йылда (Григориан календары буйынса 1152 йылда) ҡабул итеүҙәре хаҡында телгә алына.

Оставить сообщение: