Рекламный баннер 990x90px bantop

#Ҡотлайбыҙ

18:04 17.03.2025 16+
#Ҡотлайбыҙ
14 март көнө, Өфөләге "Торатау" конгресс-холында "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсына һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Шуны әйтергә кәрәк, бәйгенең тәүгеһе 35-се тапҡыр, икенсеһе 30-сы тапҡыр үткәрелде. Был көндө бер юлы бер нисә мөһим сараға йомғаҡ яһалды. Шуларҙың береһе, "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" конкурсы.
Конкурстың бөтә һынауҙарын лайыҡлы үтеп, “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Хәдит ҡыҙы Әмирова "Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика конкурсы ЕҢЕҮСЕҺЕ тип танылды!
- “Бөтә конкурс этаптары ла тулҡынландырғыс булды. Һәр береһе алдынан яуаплылыҡ , үҙеңде ҡулып – ныҡ тырыштыҡ. Был еңеү минең өсөн ҙур шатлыҡ ҡына түгел, икеләтә яуаплылыҡ та өҫтәй, – ти ул. Ләйсән Хәдит ҡыҙы Рәсәй кимәлендә үтәсәк конкурста Башҡортостан данын яҡлаясаҡ! Рухлы, сәмле, илһөйәр, матур һөҙөмтәләргә ирешеүсе коллегабыҙҙы оло еңеүе менән ихлас тәбрик итәбеҙ! Уңыштар теләйбеҙ!!!
1412

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ