Рекламный баннер 990x90px bantop
Балалар өсөн халыҡ ижады үрнәктәре – ауыҙ–тел сәнғәтенең ҙур бер өлөшө. Халыҡ ижады әҫәрҙәренең тәрбиәүи әһәмиәте айырыуса ҙур
06:33 27.03.2025 16+
Балалар өсөн халыҡ ижады үрнәктәре – ауыҙ–тел сәнғәтенең ҙур бер өлөшө. Халыҡ ижады әҫәрҙәренең тәрбиәүи әһәмиәте айырыуса ҙур.
Әсә телендә тәрбиәләнгән бала ғына, үҙ халҡының әхлаҡ ҡанундарын ҡабул итеп, милләтенә, уның теленә һәм ғөрөф – ғәҙәттәренә ысын мәғәнәһендә ихтирамлы була ала. Беҙҙең балалар баҡсаһында өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып телмәр үҫтереү тора. Педагогтар өсөн үткәрелгән семинар- практикум да тап ошо мөһим мәсьәләгә арналды. Уҡытыусы- логопедтар Уразбаева А. Ф., Хурамшина Г. Н., Юнысбаева Г. Г. эшлекле уйын формаһында «Башҡорт халыҡ ижады аша мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү» темаһын асып бирҙеләр. Өлкән тәрбиәсе Әхмәрова Р. М.балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә башҡорт халыҡ ижадының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләп үтте. Семинарҙың беренсе өлөшөндә педагогтар теоретик белемдәрен нығытһалар, икенсе өлөшөндә командаларға бүленеп практик эштәрҙе үтәнеләр. Семинар барышында йомаҡтар төҙөү модельдәрен үҙләштерҙеләр, әкиәттәр һөйләү технологияларын ҡабатлап үттеләр, мәҡәлдәр менән эш төрҙәрен өйрәнделәр. Практик өлөштә үҙҙәре йомаҡтар төҙөнөләр, әкиәттәрҙе танып белделәр, мәҡәлдәр әйтештеләр һәм викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Семинар- практикум бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Педагогтарҙың башҡорт милли биҙәүестәрендә килеүе сараға йәм өҫтәне.
Уҡытыусы- логопед Уразбаева А. Ф.
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#семинарпрактмкум

Оставить сообщение: