Рекламный баннер 990x90px bantop

#сулпылар

15:11 26.03.2025 16+
#сулпылар
#минТеатрЯратам
#һаумыҺаумыӘкиәт
25 март көнө "Сулпылар" балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге тәрбиәләнеүселәр араһында "Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсының локаль этабы үтте. Конкурстың маҡсаты – йәш әкиәтселәр мәктәбен тергеҙеү, халҡыбыҙҙың һәм донъяның башҡа халыҡтарының иң яҡшы халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, йәш быуында башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.
Сәхнәгә ынтылған, зауыҡлы милли кейемдәр кейгән талантлы балалар сағыу сығыштары менән барыһын да һоҡландырҙы.
Шулай итеп, 1 - се урын - Дәүләтова Азалина
2 - се урын - Мөхәмәдйәнов Баязит, Ишбулатов Линар
3 - сө урын - Юлгутлина Мәликә, Ишморатова Зарина алдылар. Беҙҙең бәләкәс йондоҙсоҡтарыбыҙ Шәйәхмәтова Әминә, Торонтаева Зәлинә Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Әкиәт башҡарыусы дуҫтарыбыҙға артабан да уңыштар, тел байлығы теләп ҡалабыҙ, афарин балалар.
1139

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ