Рекламный баннер 990x90px bantop
Яҡупов Фәхрислам Абдрахман улы
07:06 11.04.2025 16+
Яҡупов Фәхрислам Абдрахман улы
(1925 – 2006 )
Фәхрислам Абдрахман улы 1925 йылдың 15 ғинуарында Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Бала сағы шул замандағыларҙыҡынан айырмалы түгел. Тулы булмаған урта мәктәптең VII класына инде күстем тигәндә Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Өлкәндәр фронтҡа киткәс, тормош улар ишеләр иңендә тороп ҡала. Сибай ҡасабаһындағы комбинатҡа ҡаҙанлыҡ эшсеһе булып эшкә урынлаша. 1942 йылдың декабрендә уны, ун ете йәшлек кенә үҫмерҙе фронтҡа алалар.
1943 йылдың ғинуарында уҡсылар полкы курсанты булып хәрби һөнәр оҫталығына уҡый башлай. Уҡыуҙы тамамлағас, май аҙағында 61-се уҡсылар дивизияһына ебәрәләр. Унда миномет расчетында тоҫҡаусы итеп тәғәйенләнә. Уларҙы алғы һыҙыҡҡа, II Украина фронтына оҙаталар.
Тәүге һуғыш сирҡанысын алырға ла форсат килеп етте. Уҡсылар дивизияһы немецтарҙың нығытмаһына яҡыныраҡ килеп, миномет батареяһын юҡ итергә бойороҡ алды. Улар яҡшы әҙерләнеп, дошманға һиҙҙермәйенсә нығытмаға яҡынлаша һәм билдәләнгән ваҡытта һөжүм яһайҙар. Операция бик уңышлы килеп сыға. Командир һөжүм төркөмөн наградаға тәҡдим итергә вәғәҙә биреп, һәммәһенә рәхмәт белдерә.
Умань ҡалаһында 20 саҡрым самаһында ятҡан Чесноковка ауылы өсөн ҡаты һуғыш бара. Уҡсылар полкының һөжүме уңышһыҙ тамалана. Дошман ныҡлы нығытма ҡорған. Фәхрислам Яҡупов был алышта яралана һәм уны Умань госпиталенә оҙаталар. Һауығып сыҡҡас, 4-се гвардия Дон кавалерия корпусына ебәрелә. Был хәрби бәйләнештә лә байтаҡ ут-һыуҙар кисә. Венгрияға килеп еткәс, ҡаты алыштарҙың береһендә тағы йәрәхәтләнеп, аяҡтан йығыла. Тәненә ҡаҙалған ике ярсыҡ тыуған яҡтарға ҡайтҡас та һуғыш мәхшәрҙәрен иҫкә төшөрөп ала.
1945 йылдың яҙы етә. II Украина Фронтында Молдавия, Румыния, Венгрия, Чехославакия, Австрияны азат итеүҙә ҡатнашып, Украина өсөн ҡан ҡоя. 9 май – Еңеү көнө Фәхрислам Яҡупов тормошонда иң бәхетле көн булды. Улар, тере ҡалған яугирҙәр, тыуған йорттарын имен-һау күрәсәктәренә шатландылыр, оло яу еңеүе менән ғорурландылар.
Һуғыш бөттө. Әммә донъяла тыныс түгел ине әле. Фронт яугирҙәре лә шуға ҡапыл ғына өйғәренә ҡайтып етә алманы. Яҡупов та 1948 йылдың февраленә ҡәҙәр Австрияла хәрби хеҙмәтен дауам итә.
Һалдат һәм яугир бурысын үтәгәс, Сибай ҡасабаһына ҡайтып төшә лә эшкә сума. “Башмедьстрой” тресында шофер булып эшләп, 1985 йылда пенсияға сыға.
Һуғышта алған яралар ҙа үҙенекен итмәй ҡалмай. Һуңғы көндәргә тиклем Бөйөк Ватан һуғышының II төркөм инвалиды була. Шулай ҙа бирешмәй ғүмер итә. Яугирлеге һәм алдынғы хеҙмәте һәр саҡ юғары баһаланып килә. II Бөйөк Ватан һуғышы орденын, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдарын шанлы һәм ҡанлы йылдар иҫтәлеге итеп һаҡлай. Тыныс тормош осоронда ла хеҙмәтен гел юғары баһалайҙар, маҡтау грамоталары, юбилей миҙалдары менә бүләкләнә.
#Победа80 #СВО
#Год_Защитника_Отечества_2025
#Сибай
#фондыСибайскогомузея
#музеиРБ
#Госкаталог
#музейный_секрет
#хранить_вечно

Оставить сообщение: