Рекламный баннер 990x90px bantop

#культурабашкир

13:57 10.04.2025 16+
#культурабашкир
Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң генә таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан. Сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға уҡылһа, тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы еҫләнмәй, шифалы сифаттарын юғалтмай. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, ауылдан алыҫырыҡ урында соҡор ҡаҙып билдәләнгән. Ул тирәлә сүп - сар ташлау тыйылған. Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Шулай уҡ оло һыу ҙа бысранған.
Ҡар һыуының юғары биологик активлы һыу икәне билдәле.Томск ҡалаһы ғалимдары 1958-1961 йылдарҙа кешеләр, хайуандар, үҫемлек күҙәнәктәрендә уйландырырлыҡ тәжрибәләр үткәреп, был иҫбатлауҙы нығытты. Сысҡандар менән үткәрелгән тәжрибәлә, енси үрсемгә ныҡ тәьҫир итеүе билдәләнде. Ә ирегән ҡар һыуы эскән тауыҡтар, ябай һыу эскән тауыҡтарға ҡарағандә ике тапҡыр күберәк йомортҡа һалғандар. Бойҙайҙың уңышы 56 %- ҡа, ҡыярҙыҡы 250% -ҡа күтәрелгән. Ҡандағы холестерин кәмегән, матдәләр алмашыныуы көсәйгән.
1006

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ