Рекламный баннер 990x90px bantop

#АлтынайБалаларБаҡсаһы

09:24 24.04.2025 16+
#АлтынайБалаларБаҡсаһы
#РПМГИСибай
#ГимназияИнтернатСибай

23 апрель 3-се һанлы республика полилингваль күп профилле «Сибай» гимназия- интернатында “Халҡым йәдкәре” республика конкурсының йомғаҡлау этабы һәм “Халыҡ йолаларының тәрбиәүи әһәмиәте” тип аталған семинар үтте. Сарала "Аҡ тирмә" милли- мәҙәни ойошмаһы рәйесе Рәйсә Күзбәкова, Баймаҡ, Йылайыр, Белорет, Сибай ҡала- райондарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашты.
«Алтынай» балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө был матур саранан ситтә тороп ҡалманы.
«Халкым йәдкәре» республика конкурсына «Ҡымыҙ йәйләүендә» исемле фольклор байрамын ебәреп, еңеүсе исемен алып, оло ихтирамға лайыҡ булды. Афарин!!!

Бик матур, фәһемле, бай йөкмәткеле, башҡорт мәҙәниәтенә, телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт уятҡан осрашыуҙа ҡатнашып, көс- дәрт йыйып, шатланып ҡайттыҡ.
1136

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ