Рекламный баннер 990x90px bantop

#Победа80 #Сибайскиймузей

15:36 24.04.2025 16+
#Победа80 #Сибайскиймузей
#Год_Защитника_Отечества_2025
Сегодня в Сибайском музее состоялось открытие выставки дипломных работ выпускников Сибайского колледжа искусств имени Камиля Валеева, посвященной 80-летию Победы в Великой Отечественной войне.
С приветственным словом выступили начальник управления культуры ГО г.Сибай Г.Р.Надыргулова, заместитель директора по учебно-воспитательной части Сибайского колледжа искусств А.Р.Утябаева, директор Сибайского музея А.З.Ярмуллина.
Куратор выставки, преподаватель истории искуств Сибайского коллджа искусств Р.Ф.Хисамитдинова рассказала о работах, истории их написания. Отметила, что образы были написаны с реальных людей: наших современников, родственников или близких.
В экспозиции представлено более 20 работ диплом выпускников художественного отделения колледжа. Тема войны раскрывается в разных жанрах: портрет, батальные сцены, бытовая картина. При создании работ выпускники изучали исторические материалы, беседовали с теми, кто пережил войну, сражаясь на фронтах или работая в тылу, а также вдохновлялись фильмами о войне.
Открытие выставки с музыкальными композициями украсили студенты колледжа Наливкин Сергей с песней "Журавли", Давлетбаев Ильдар и Муратов Мансур «Байбулды көйзәре» игрой на курае и баяне.
Данная выставка рассчитана на широкую аудиторию посетителей и будет экспонироваться в выставочном зале музея с 24 апреля до 20 мая.
Приглашаем!
______________________________________________________
Бөгөн музейҙа Сибай ҡалаһының К.Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжы студенттарының Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған төрлө йылдарҙағы диплом эштәренең күргәҙмәһе асылды.
Тәбрик һүҙен ҡаланың мәҙәниәт бүлеге мөдире Г.Р.Нәҙерғолова башлап әйтеп, күргәҙмәгә ҡуйылған һәр эштең күңелгә үтеп инеүе, оҡшауы тураһында белдерһә, колледждың уҡытыу һәм тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Ә.Р.Үтәева музей директоры Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллинаға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы өсөн рәхмәтен белдереп, студенттарға артабан да уңыштар теләне. Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы, БР-ның атҡаҙанған хеҙмәткәре, колледждың сәнғәт тарихы уҡытыусыһы Резида Фирғәт ҡыҙы Хисамитдинова иһә, һәр эш менән яҡындан таныштырып, килгән ҡунаҡтар өсөн картиналарға ҡарата тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятты.
Тамаша күркәм концерт номерҙары менән дә үрелеп барҙы. Наливкин Сергейҙың “Торналар” йыры һәр кемде һағышҡа һалып, батыр яугирҙәребеҙ өсөн ғорурлыҡ уятһа, һәм Дәүләтбаев Илдар (ҡурай) менән Мансур Юлай улы Моратов (баян) башҡарыуында “Байбулды көйҙәре” дәрт уятып, күңелдәрҙе елкендерҙе.
Хөрмәтле музей ҡунаҡтары! Был күркәм күргәҙмә 20 майға тиклем генә торасаҡ. Шуға күрә, килегеҙ, күрегеҙ, рухи байлығығыҙҙы арттырығыҙ!
2711

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ