Рекламный баннер 990x90px bantop

#сибайскиймузей#сибаймузейы#экскурсия

09:04 05.05.2025 16+
#сибайскиймузей#сибаймузейы#экскурсия
"Тейенкәй" балалар баҡсаһының "Күбәләктәр" мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре тәрбиәселәре Альбина Булат ҡыҙы Таһирова һәм Руфина Фәрит ҡыҙы Күлтәбәкова менән берлектә музейҙың бөгөнгө иртәләге иң тәүге ҡунаҡтары булды.
Биш зал буйлап үткәрелгән экскурсия кескәйҙәргә бик оҡшаны. Ғилми хеҙмәткәр Р.Н.Теүәлбаеваның экспонаттар менән таныштырған саҡта ентекле һөйләүе аша улар Урал аръяғы тәбиғәтендә осраусы йәнлек һәм хайуандар менән бер рәттән, башҡорттарҙың боронғо көнкүреше, беҙҙең яҡтарҙа табылған: эш, хеҙмәт ҡоралдары, бизон һәм архарҙың(тау тәкәһе) баш һөлдәләре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бигерәк тә, Е.А.Ляшенконың "Таштар симфонияһы" атамаһы аҫтында ҡуйылған күргәҙмәһендәге йомортҡа таштар балаларҙы хайран итте.
Тыуған төйәгебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, бар матурлыҡты киләсәк быуын күреп, белеп үҫһен.
2108

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ