Рекламный баннер 990x90px bantop

#сибайскиймузей#культурабашкир #сибаймузейы #башҡортмәҙәниәте

07:01 05.05.2025 16+
#сибайскиймузей#культурабашкир #сибаймузейы #башҡортмәҙәниәте
Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Күгел ауылында тыуған — рәссам, график. Бик иртә етем ҡала һәм Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. 21 йәшендә Ҡасим Дәүләткилдиев, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, Петербургка бара һәм Юғары художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға инә.
Училищены тамамлағандан һуң, Художество академияһына конкурс буйынса ирекле тыңлаусы булып алына. Әммә академияла оҙаҡ уҡый алмай. 1917 йылда Өфөгә ҡайта һәм ғүмеренең ахырынаса (1947 йылғаса) Өфөлә йәшәй. Йәш рәссам бындағы художество түңәрәгендә әүзем эшләй, тәүге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 1920-се йылдарҙа Мәғариф Халыҡ Комиссариатының Башҡорт дәүләт художество музейы һәм музей эштәре, сәнғәт ҡомартҡыларын һәм боронғо әйберҙәрҙе һаҡлау буйынса хеҙмәткәре, 1930—1935 йылдарҙа Башҡортостан сәнғәт техникумы уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Әҫәрҙәрендә ул башҡорттарҙың көнкүрешен, халыҡтың характерлы типтарын илһамланып бик оҫта күрһәтә алды («Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы», «Һунарсы башҡорт», «Башҡорт йортоноң күтәрмәһе» һ. б.). «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте юғары художество сифаттары менән айырылып тора. Ул 1929 йылдың башында Мәскәүҙә Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелде. Сағыу милли башланғыс тышҡы билдәләрҙә генә (балаҫтар, кейемдәр) түгел, бәлки ҡыҙҙың йөҙөндә, күҙ ҡарашында, үҙен тотошонда кәүҙәләнә. Баҫалҡы, инсафлы, мөләйем ҡыҙҙың образын һоҡландырғыс ябай, шул уҡ ваҡытта тәбиғи һомғоллоҡ һәм кешелекле итеп сағылдырыу өсөн тулыһы менән гуманист һәм үҙ халҡыңдың улы булырға кәрәк.
2007

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ