Рекламный баннер 990x90px bantop

#МДОБУЦРРдсБелочка #Ынйыҡайтөркөмө

13:13 08.05.2025 16+
#МДОБУЦРРдсБелочка #Ынйыҡайтөркөмө
#80летПобеды #Еңеүкөнө #БөйөкЕңеүгә80йыл #Детивойны
6 май " Ынйыҡай "төркөмөндә *Һуғыш балалары һөйләй* осрашыу иртәлеге үтте.
Бала саҡтары аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килгән, һуғыш осоро балалары, ошо матур, тыныс тормошто бүләк итеүсе ветерандарыбыҙ һынаулы ғына ҡалып бара. Бөгөнгө кисәгә Ишберҙина Фәриҙә Шарафутдин ҡыҙы,Хәмитова Клара Искәндәр ҡыҙы,Гәбитова Маһинур Айтбай ҡыҙы,Сәлихова Айһылыу Хәшим ҡыҙы инәйҙәр саҡырылды. Инде хәҙер оло йәштә булған өләсәйҙәр ауыр һуғыш йылдарын хәтерләп иҫкә алдылар, үҙҙәренең күңел төбөндәге мәңге онотолмаҫ хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Һуғыш башланғанда улар бәләкәй генә балалар булып ҡалыуҙары, тылдағы ауыр тормошто күреп, аслы-туҡлы булһалар ҙа ауырлыҡҡа бирешмәй, ололар менән бер рәттән Енеүҙе яҡынайтыр өсөн тырышыуҙары тураһында һөйләнеләр. Балаларға "ошондай матур тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ", тигән теләктәрен белдерҙеләр. Балалар үҙ сиратында ветерандарыбыҙҙы хөрмәтләп, аяҡ өҫтө баҫып ҡул сабып рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр,матур бейеүҙәре, шиғырҙары ,йырҙары менән ветерандарыбыҙҙы ҡыуандырҙылар,байрам менән ҡотланылар. Һуғыш осоронда күргән ауырлыҡтары, тураһында хәтерләгәндә ветерандарыбыҙҙың күңелдәре тулып, күҙҙәренә йәш тулып, тауыштары ҡалтырап китеүе генә уларҙың ниндәй михнәттәр аша үтеүҙәрен аңларға була. Шуға ла тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләйек, уларҙы ололайык, хөрмәт итәйек!
1867

Оставить сообщение:

АРХИВ ВЫПУСКОВ
Рекламный баннер 300x250px 300na250
МЫ В СОЦСЕТЯХ
Рекламный баннер 300x600px 300na600
ПОЛЕЗНЫЕ РЕСУРСЫ